Табиптар йөрәк сирҙәренең йәшәреүен билдәләй

Республика кардиология үҙәге базаһындағы идаралыҡ тәүлек әйләнәһенә хеҙмәтләндереүгә күсте. Башҡортостан буйынса йөрәк ҡан-тамырҙары хәүефһеҙлеге идаралығы үҙәгенә бөгөн көнөнә өс тиҫтәләп мөрәжәғәт ҡабул ителә. Урында шулай уҡ ашығыс ярҙам маршрутын көйләү эше лә яйға һалынған. БЮТ хәбәрсебеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.

Балыҡлыкүл ауылы фельдшер-акушерлыҡ пунктына йәмғеһе 369 кеше беркетелгән, уларҙың 36-ы балалар. Оло быуын вәкилдәре, йөклө ҡатындарҙан бигерәк, ир-егеттәр ҙә медицина учреждениеһына йыш мөрәжәғәт итә. Ковид кисергәндәргә бигерәк тә сәләмәтлекте ҡайғыртыу мөһим. Тикшеренеү өсөн быйыл йәй файҙаланыуға тапшырылған Һаулыҡ һаҡлау пунктында бөгөн бар ҡоролмалар ҙа тиерлек бар. Шул иҫәптән электрокардиограмма.

Республиканың башҡа фельдшер-акушерлыҡ пунктарындағы кеүек Ауырғазы районы ауылдарында ла хәҙер ЭКГ һөҙөмтәләре тура кардиологҡа ебәрелә. Табип тикшереүенән һуң пациентҡа дауалау ысулы, реабилитация билдәләнә. Башҡортостан буйынса йөрәк ҡан-тамырҙары хәүефһеҙлеге идаралығы үҙәге тәүлек әйләнәһенә эшләй. Ул үҙенә күрә консультация нөктәһе лә булып тора.

Башҡортостан буйынса йөрәк ҡан-тамырҙары хәүефһеҙлеге идаралығы үҙәге был йәһәттән эште яйға һала, тип әйтергә кәрәк. Пациент һорауҙарына яуап биргән операторҙар үҙҙәре үк кардиолог. Бер мөрәжәғәт тә иғтибарһыҙ ҡалмай. Һуңғы йылдарҙа бигерәк тә йөрәк сирҙәренең йәшәреүенә бәйле иғтибар көсәйҙе. Шуға ла республикала төбәк ҡан тамырҙары үҙәге, махсус бүлексәләр булдырыла.

Шуға ла белгестәр йөрәк менән шаярмаҫҡа кәңәш итә. Тикшерелеп тороу мөһим. Табиптар шулай уҡ халыҡты әүҙем йәшәү рәүеше алып барырға ла саҡыра. Көндө физик күнекмәләрҙән башлау, организм өсөн ыңғай йоғонто бирә.

Азат Ғәлиуллин

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ