Башҡортостанда транспорт сараларын газ яғыулығына күсереү программаһы уңышлы эшләй

Ул бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты, шул иҫәптән шәхси эшҡыуарҙарҙы һәм үҙмәшғүлдәрҙе яҡлауға йүнәлтелгән. Ошо маҡсатта республика ҡаҙнаһынан 58 миллион һумдан ашыу аҡса бүленгән. Газ-мотор яғыулығының өҫтөнлөктәре тураһында БЮТ хәбәрсебеһе Илдар Байбулатов әҙерләгән репортаж.

Үҙгәртеп ҡоролған «КАМАЗ» двигателе зәңгәр яғыулыҡ менән эшләй. Ул буласаҡ ауыл хужалығы белгестәрен уҡытыуҙа ҡулланыла. Заманса ҡоролма ярҙамында студенттар машинаның «йөрәген» диагностикаларға, системаларҙың төҙөклөгөн тикшерергә өйрәнә. Бында шулай уҡ газ менән файҙаланған водителдәр, слесарҙар һәм инженерҙарҙың белемен камиллаштырыу өсөн тулы шарттар тыуҙырылған.

Бөгөн республикала автомобилдәрҙе зәңгәр яғыулыҡҡа тоташтырыусы сервистар етерлек. Шуларҙың береһе Өфө районында урынлашҡан. Башлыса, еңел транспортҡа газ баллондары ҡуйған предприятиеға һуңғы ваҡытта йөк машина водителдәре лә күпләп мөрәжәғәт итә. Сөнки дизель яғыулығы ҡиммәт, ә метан менән сығымдарҙы кәметергә мөмкин.

Белгестәр газ яғыулығы хәүефле тигән имеш-мимештәрҙе лә кире ҡаға. Әйтәйек, был йөк машинаһы күптән түгел аварияға тарыған. Әммә газ баллондарына бер ниндәй ҙә зарар килмәгән.

Шулай ҙа газ-мотор яғыулығына бар водителдәр ҙә өҫтөнлөк бирергә ашыҡмай. Бигерәк тә алыҫ араларға йөрөүсе фура хужалары. Башҡортостандан айырмалы ҡайһы бер субъекттарҙа зәңгәр яғыулыҡ станциялары күп түгел, ә Алыҫ Көнсығышта бөтөнләй юҡ тиерлек.

Кире яҡтарына ҡарамаҫтан республикала метан менән йөрөгән автомобилдәрҙең артыуы күҙәтелә. Яҡынса иҫәпләүҙәр буйынса, газға күсеү һөҙөмтәһендә водителдәр йылына 200 мең һумға тиклем аҡсаһын кеҫәһендә ҡалдыра ала. Бынан тыш, зәңгәр яғыулыҡ бензинға ҡарағанда экологик яҡтан яҡшыраҡ. Башҡортостанда газ менән файҙаланған водителдәргә төрлө субсидиялар булыуын иҫәпкә алғанда, отошло яғыулыҡҡа күсеү программаһының киләсәге өмөтлө, ти белгестәр.

Илдар Байбулатов

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ