Республиканың бер юлы өс төбәге - Бөрө, Дәүләкән һәм Мәсетле райондарында күнекмәләр уҙғарыу һәм ГТО нормаларын тапшырыу өсөн спорт майҙансыҡтары сафҡа ингән.
Яңылыҡ менән социаль селтәрҙәрҙә Башҡортостан башлығы уртаҡлашҡан. Төбәк етәксеһе шулай уҡ Стәрлетамаҡта футбол майҙаны, баскетбол һәм волейбол зоналары, йүгереү юлы, 100 урынлыҡ трибуналары, тренажерҙары булған «аҡыллы спорт майҙансығы» асылыуы тураһында ла яҙған. «4 йыл эсендә беҙ республикала йәшәүселәргә 49 ГТО майҙанын файҙаланыуға тапшырҙыҡ һәм ике «аҡыллы» спорт майҙансығын төҙөнөк. Күп осраҡта был эштәр федераль аҡсаларға атҡарылды.» тип белдергән Радий Хәбиров.



