Киләһе йылдан Рәсәйҙә 17 йәшкә тиклем балаһы булған ғаиләләр өсөн берҙәм пособие индерелә

Был турала Владимир Путин балалы ғаиләләргә ярҙам итеү мәсьәләһенә арналған кәңәшмәлә белдерҙе. Дәүләт башлығы билдәләүенсә, берҙәм пособие юллау граждандар өсөн аңлайышлы, ябай һәм уңайлы булырға тейеш.

Президент шулай уҡ ата-әсәләргә эшкә сығыу, квалификацияны күтәреү, яҡшы түләүле һөнәрҙәрҙе үҙләштереү өсөн өҫтәмә мөмкинлектәр һәм дәртләндереү сараларын булдырырға тәҡдим итте.

Владимир Путин киләһе йылда «Әсәлек капиталы»ның да артасағын белдерҙе. Уның күләме беренсе балаға 590, икенсеһенә 790 мең һумға етәсәк. Дәүләт ярҙамы программаһы 2026 йылға тиклем оҙайтыла. Бынан тыш, 1 февралдән инфляция кимәле буйынса инвалидтарға һәм ветерандарға айлыҡ аҡсалата түләүҙәр индексациялана.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ