Баймаҡ районы Темәс ауылы эргәһендә теркәлгән юл-транспорт ваҡиғаһында зыян күргән ике бала дауаханаға һалынған.
Шишәмбе кис яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, 43 йәшлек ханым «Лада Ларгус» автомобилендә һулға боролғанда, ҡаршы килгән ВАЗ-ға юл бирмәй уның менән бәрелешә. Ҡатын һәм уның 7 йәшлек ике пассажиры дауаханаға оҙатыла.
Шулай уҡ икенсе автомобилдәге 31 йәшлек водитель менән уның 44 йәшлек пассажирына ла табип ярҙамы талап ителә. Пассажирҙарҙың барыһы ла хәүефһеҙлек ҡайыштарын беркеткәнгә һәм балалар автокреслола ултырғанға күрә авария ауыр эҙемтәләрһеҙ тамамлана.
Салауат ҡалаһы сәнәғәт биләмәһендә «Киа Рио» менән вагонһыҙ тепловоз бәрелешкән. Зыян күреүселәр юҡ. Яғыулыҡ түгелмәгән.



