Өфөлә инспекторҙар тарафынан сираттағы рейд уҙғарылды

Йыл башынан юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен боҙған 15 мең йәйәүлегә ҡарата административ протокол төҙөлгән. Өфөнөң Октябрь проспектында инспекторҙар тарафынан сираттағы рейд уҙғарылды.

Тикшереү барышында рөхсәт ителмәгән урында юл аша сыҡҡан йәйәүлеләр менән профилактик әңгәмә ойошторолоп, штраф һалынды. Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһынан хәбәр итеүҙәренсә, йәйәүлеләргә бәйле күңелһеҙ осраҡтар айырыуса ҡараңғы ваҡытта күп теркәлә.

Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ