Башҡорттостан Росреестры Дәүләт фонды документтарын 100 процентҡа һанлаштырған

Башҡорттостан Росреестры ер файҙаланыу буйынса Дәүләт фонды документтарын 100 процентҡа һанлаштырған.

Архивты һанлы форматҡа күсереү «Мәғлүмәттәрҙе таратыу буйынса милли система» республика дәүләт программаһын тормошҡа ашырыу проекты сиктәрендә башҡарыла. Йыл башында планды 50 процентҡа үтәү бурысы ҡуйылған, әммә хеҙмәткәрҙәр планды йөҙ процентҡа үтәгән.

Йыл аҙағына Росреестр Һанлы технологиялар министрлығы менән берлектә Дәүләт хеҙмәттәре порталына граждандар һәм эшҡыуарҙар өсөн төп хеҙмәттәрҙе урынлаштырасаҡ. Сайта Берҙәм дәүләт күсемһеҙ милек реестры буйынса 18 төрлө күсермә менән ҡулланырға, лицензиялар һәм күсемһеҙ милектең техник хаталарын төҙөтеү буйынса ғариза яҙырға мөмкин.

Бынан тыш, яҡын арала ер файҙаланыу буйынса мәғлүмәт һәм кадастр инженерҙарының үҙ көйләнешле ойошма буйынса мәғлүмәттәре лә ҡулланыусыларға асыҡ буласаҡ.

Ер менән файҙаланыу буйынса дәүләт фонды документацияһы материалдарын һанлаштырыу уларҙы ябайлаштырыу һәм ҡулланыусыларға мәғлүмәт еткереҙе тиҙләүтеү маҡсатында ойошторола. Дәүләт фонды материалдары мәғлүмәттәре кадастр эштәрен үткәреүҙә ҡулланылған документтарҙың төп нөсхәһенән тора. Бындай документтарҙы Башҡортостанда 3 эш көнөндә алырға мөмкин.

Наталья Шаһиева, Башҡортостан буйынса росреестр идаралығы етәксеһе урынбаҫары
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ