Бөгөнгә быйылғы уңыштан 88 мең тонна шәкәр алынған. Республикала татлы тамыр ике заводҡа алып барыла. Шишмә һәм Раевкалағы предприятиелар 864 мең тонна сөгөлдөр ҡабул иткән. Республикала әлегә 1 миллион 300 мең тонна татлы тамыр ҡаҙып алынған, тип хәбәр итәләр Ауыл хужалығы министрлығынан.







