Эштәр “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” федераль программаһына ярашлы алып барыла. Башҡортостан Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры вазифаһын башҡарыусы Ирина Голованова белдереүенсә, 42 объектта ремонт тамамланған.
Биләмәләрҙе төҙөкләндереүгә 1 миллиард 300 миллион һум самаһы аҡса йүнәлтелгән. Был сумманың 93 проценты федераль ҡаҙнанан бүленгән.







