Өфөнөң Октябрь проспектында инспекторҙар рейд уҙғарҙы. Тикшереү барышында рөхсәт ителмәгән урында юл аша сыҡҡан йәйәүлеләр туҡтатылды. Уларға штраф һалынды. Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы хеҙмәткәре Марсель Бикташев әйтеүенсә, күңелһеҙ осраҡтар ҡараңғы ваҡытта йышыраҡ теркәлә.







