Үҙәк Өфө районы, Зубов ауылы хакимиәте, Аграр урамы 8-се йорт адресы буйынса, йәки «Башсельхозтехника» келәтендә дүшәмбенән шәмбегә тиклем сәғәт һигеҙҙән бишкә тиклем эшләй. Төшкө ял ваҡыты 12-нән бергә тиклем. Райондарҙан яҡындарына посылка ебәреүселәр уны үҙәккә ябылмаған килеш килтерергә тейеш. Сөнки әйберҙәр исемлеге яҙып алына.
Төргәк тышына хәрбиҙең һәм уға посылка ебәреүсенең исем-фамилияһын, телефонын асыҡ итеп яҙырға кәрәк. Хәрбиҙәргә ойоҡбаш, эске кейем, шәхси гигиена әйберҙәре, олтораҡ, батарейка, һабын, консерваланған ит, балыҡ, ҡуйыртылған һөт, сәй, ҡәһүә, шәкәр кеүек, оҙаҡ һаҡланыусы аҙыҡ-түлек ебәрергә була. Берҙәм логистика үҙәгендә йыйылған посылкалар аҙаҡтан адрес буйынса хәрби часкә оҙатыла.
Республикала мобилизацияланғандарға аҡсалата ла ярҙам күрһәтергә мөмкин. Ошо маҡсатта «Салауат» хәйриә фонды асылған. Уның иҫәбенә йыйылған аҡсаға хәрбиҙәргә кәрәк-яраҡтар һатып алынасаҡ.



