Өфөлә теген фабрикаһы махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы һалдаттар өсөн бронежилет разгрузкалары тегә. Предприятие алдында яҡынса ике ай эсендә 3 мең хәрбигә кәрәк-яраҡ әҙерләү бурысы ҡуйылған. Етештереү процесы менән БЮТ хәбәрсеһе Рәзилә Ғиниәтуллина танышты.
Бер нисә ай элек фабрика тегенселәре мәктәп формаһы тегеү менән шөғөлләнгән. Әле Ватан ҡушыуы буйынса хәрби кәрәк-яраҡтарға тотонғандар. Бәғзеләр өсөн махсус ҡалын туҡыма һәм ептәр менән эш итеү - көтөлмәгән яңылыҡ, ә ҡулдағы һөйәлдәр, төнгө эш режимы еңеп сыҡмаҫлыҡ шарттарға әүерелә. Фабриканы ҡалдырыусы хеҙмәткәрҙәр ҙә юҡ түгел. Ҡатмарлыҡтарға ҡарамай, бында машиналар тауышы тынмай, эш гөрләй. Эштең автоматлаштырылған булыуы ла ярҙам итә.
Күмәк эшкә быға тиклем производствола эшләмәгән хеҙмәткәрҙәр ҙә ҡушыла. Берәү ҙә бында эш айырып тормай. Коллективты патриотик үҙаң берләштерә.
Һүтелмәһен өсөн, был ҡайыштар юғары температуралы сымдар менән киҫелә. Бының өсөн фабрика эшселәре үҙаллы ошондай ҡоролма һәм һурыу конструкцияһы эшләп ҡуйған. Тик бөгөн уларға ихтыяж юҡ, сөнки был бурысты яңыраҡ һатып алынған заманса махсус ҡоролма башҡара.
Ҡыҫҡа ваҡыт эсендә фабрика алдында 3 мең разгрузка әҙерләү бурысы ҡуйылған. Күмәк көс менән маҡсатҡа ирешергә тейешбеҙ, ти ойошма етәксеһе. Ихтыяж булғанда, эште туҡтатмаҫҡа ла әҙерҙәр.
Яҡын арала предприятие етештереү ҡеүәтен арттырырға ниәтләй. Ошо маҡсатта яңы заманса ҡоролмалар һатып алынған, фабрика майҙаны киңәйтелгән. Бөгөн бында хәрби кейемгә йәбештерелә торған логотиптар ҙа сигелә. Киләсәктә ул сәғәтенә 500 футболканы биҙәй аласаҡ.
Рәзилә Ғиниәтуллина



