«Салауат газпром- нефтехим» йәмғиәтендә күләмле команда-штаб уҡыуҙары үтте

«Салауат газпром-нефтехим» йәмғиәтендә күләмле команда-штаб уҡыуҙары үтте. Күнекмәләр сәнәғәт предприятиелары һәм персонал хәүефһеҙлеген тәьмин итеү, ғәҙәттән тыш хәл эҙемтәләрен бөтөрөү тәжрибәһен камиллаштырыуҙы маҡсат итеп ҡуя. Унда 200-ҙән ашыу шәхси состав ҡатнашты, 23 берәмек техника ҡулланылды.

Легендаға ярашлы, йәмғиәттең газ һәм химия заводы биләмәһендә шыйыҡ аммиак ағып сыға. Күнекмәләр барышында янғын һүндереү штабы, тыл һәм бәйләнеш эшмәкәрлеген ойоштороу , янғын һүндереү подразделениеларының инженер-техник, авария хеҙмәткәрҙәре менән берлектә эш итә алыу оҫталығы тикшерелде.

Шартлы ғәҙәттән тыш хәл оператив рәүештә бөтөрөлдө. Аммиак ағыуын туҡтатыуҙа һыу һәм күбек һиптерә торған махсус автомобилдәр ҡулланылды. Ҡотҡарыусылар газдан һаҡлана торған кейемдәрҙә. Республика биләмәләрендә граждандар оборонаһы буйынса уҡыуҙар даими үткәрелә, хәүеф янаған осраҡҡа предприятиеның әҙерлек кимәле юғары булырға тейеш, тип белдерҙе Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов.

Йылдан-йыл янғын һүндереү, ҡотҡарыу техникаһы камиллаша бара. Әлеге ваҡытта компанияла тейешле ҡорамалдар бар. Хеҙмәткәрҙәр әҙерлеге лә юғары кимәлдә булыуы шарт. Был тәү сиратта предприятие һәм ҡала халҡының именлеге.

Ирек Сәғитов, Башҡортостан Хөкүмәте Премьер- министры урынбаҫары

Күнекмәләр сиктәрендә граждандар оборонаһы техникаһының әҙерлек смотры үтте.Унда предприятиеның 50-нән ашыу заманса янғын һүндереү, ҡотҡарыу техникаһы, экоаналитик лаборатория, транспорт өлгөләре күрһәтелде.

Гүзәл Борханова

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ