Илдең төрлө төбәктәренән йыйылған ҡатнашыусылар мөмкинлектәре сикләнгән граждандарҙың көндәлеге менән бәйле мәсьәләләрҙе хәл итеү буйынса проекттар менән сығыш яһаны. Реабилитация һәм абилитация ҡоролмаларын етештереү, уларҙың сәләмәтлеген нығытыу өсөн ҡаралған профилактика сараларын арттырыу, туризм йүнәлешендә инфраструктура булдырыу кеүек һорауҙар иғтибар үҙәгендә булды. Тулыраҡ мәғлүмәт БЮТ хәбәрсебеһе Флорида Ким яҙмаһында.
Сифатлы, сағыу һәм иң мөһиме уңайлы. Өфөлә үткән «Ҡаршылыҡтарҙы еңеп» Бөтә Рәсәй форумында мөмкинлектәре сикләнгән граждандар өсөн ҡаралған кейем модаһы ойошторолдо. Хәрәкәт итеүгә бәйле ҡатмарлыҡтар кисергән шәхестәргә яраҡлаштырылған адаптив кейем-һалым һәм аяҡ кейеме Рәсәйҙә етештерелә.
Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән йыйылған ҡунаҡтар форум сиктәрендә аралашып, тематик түңәрәк өҫтәлдәрҙә ҡатнашты. Эшлекле һөйләшеүҙәрҙә реабилитация һәм абилитация ҡоролмаларын етештереү өсөн субсидияларҙы арттырыу, балаларҙың һәм өлкәндәрҙең сәләмәтлеген нығытыу өсөн программалар тураһында һүҙ барҙы. Форум майҙанында һәләтле егеттәр һәм ҡыҙҙарҙың ижади проекттары күрһәтелде.
Мөмкинлектәре сикләнгән граждандар өсөн республикала туристик машруттар һәм унайлы мөхит ойоштороуға иғтибар арта. Башҡортостанда 2023 йылда туризм тармағын камиллаштырыу өсөн 336 мең һум федераль грант аҡсалары бүленгән. Сумманың яртыһы инвалидтарға инфраструктура булдырыу өсөн йүнәлтелер тип көтөлә.
Өс көн дауам иткән форум мөмкинлектәре сикләнгән граждандарҙың көндәлеген еңелләштереү, профилактика сараларына иғтибарҙы арттырыу маҡсатында ойошторола. Ярҙамға мохтаждарҙың тормошона йәмғиәттә аңлайышлы ҡараш булғанда ҡаршылыҡтарҙы еңеп сығырға ысынлап та, мөмкин буласаҡ.
Флорида Ким






