Күренекле яҡташыбыҙҙың хәтерен мәңгеләштереүгә сираттағы аҙым

Өфөлә Арктиканы өйрәнеүсе һәм ҡотопсо Валериан Альбановҡа барельеф асылды. Бронзанан ҡойолған скульптура Аксаков урамындағы йорттарҙың береһенә ҡуйылды.

Атайһыҙ ҡалған малай өлкән апаһы менән 130 йыл элек ошо урамда йәшәгән ағаһының ғаиләһендә тәрбиәләнә. 6-сы һанлы йорт беҙҙең көндәргә тиклем һаҡланып ҡалған. Билдәле булыуынса, Радий Хәбиров башланғысы менән баш ҡалала Арктиканы өйрәнеүселәргә арналған ҡотопсолар музейы эшләй.

Легендар диңгеҙселәрҙең «Көрәшергә һәм эҙләргә, табырға һәм бирешмәҫкә!» тигән девизы йыл ярым эсендә 20 меңгә яҡын кешенең күңелендә мәңгелеккә уйылып ҡалған.

Валериан Альбанов иҫтәлегенә арналған барельефты Рәсәйҙең халыҡ рәссамы Салауат Щербаков эшләгән. Изге ниәтте ғәмәлгә ашырыуҙа 3-сө төҙөлөш тресы ҙур ярҙам күрһәткән. Сығыш яһаусылар билдәләүенсә, Өфөлә туристарҙы йәлеп итерлек тарихи урындар арта. Бронза скульптураның асылыуы ла йәш быуынға данлыҡлы яҡташтарыҙҙы онотмаҫҡа, уларға хөрмәт менән ҡарарға булышлыҡ итә.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ