Ишембай районынан алтын ҡуллы оҫта

Килем өсөн түгел, күңел өсөн. Ишембай районы Түбәнге Әрмет ауылынан Ринат Исхаҡов хаҡлы ялға сығыу менән яратҡан шөғөлө - ағас эшенә тотона. Кәрзин, һандыҡ-бишектәр, йорт ҡоштарына оял яһаған оҫта менән БЮТ ижади төркөмө лә осрашты.

Ринат Исхаҡов һандыҡ биҙәктәре өлгөләре менән таныштыра. Оҫтаханаһы, әйтерһең дә, музей. Ағастан яһалған йорт йыһаздары, көнкүреш кәрәк-яраҡтары, һауыт-һаба күҙ яуын алырлыҡ. Йүнсел күңел йылыһын һалып эшләгән ҡул эштәрен туғандарына, ауылдаштарына ла тарата. Ә кәсепкә ул йор ҡоштарына талдан оя үреүҙән башлаған. Шөғөлгә ул бәләкәйҙән тартылған.

Ринат Исхаҡов хеҙмәт юлын тыуған ауылындағы колхозда механик, инженер булып башлай, артабан Себер яҡтарында вахта ысулы менән эшләй. Хаҡлы ялға сыҡҡас ағас эшенә тотона. Хәҙер буш ваҡыты юҡ тиерлек, һәр ваҡыт станок артында.

Атанан күргән уҡ юнған, тигәндәй хәҙер олаталарына ейән-ейәнсәрҙәре лә булыша. Шуға ла Исхаҡовтарҙың йорто алыҫтан уҡ бында егәрле, оҫта ҡуллы хужалар йәшәүен дәлилләй.

Гөлназ Хәйбуллина

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ