Хәйбулла районында енәйәтте асыҡлау күрһәткесе яҡшыра

Һуңғы йылдарҙа Хәйбулла районында хоҡуҡ һаҡсылары тырышлығы менән енәйәтте асыҡлау күрһәткесе яҡшыра. Райондың эске эштәр бүлеге етәксеһе вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Юнир Нәҙерғолов белдереүенсә, хеҙмәткәрҙәр һәр 10 енәйәттең 8-ҙен асыҡлауға ирешә.

Район эске эштәр бүлегенә ҡараған 7 бүлексәлә аттестацияны уңышлы үткән 80-ләп белгес эшләй. Хоҡуҡ һаҡсылары сафтарына йәштәрҙең күпләп килеүе лә ҡыуаныслы күренеш. Улар тәжрибәле хеҙмәттәштәре менән бер рәттән үҙ бурыстарын намыҫ менән үтәй.

Закон һәм йәмәғәт тәртибе һағында тороу теләгемде тормошҡа ашырып полицияға эшкә килдем. Енйәт асыҡлауҙан тыш, халыҡ араһында аңлатыу эштәре алып барыу, хоҡуҡ боҙоу осраҡтарын иҫкәртеүгә күп көс һалабыҙ.

Илмир Шәрипов, Өлкән участковый, полиция капитаны
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ