Үлемесле осраҡ бөгөн иртән М5 федераль трассаһында теркәлгән. Ваҡиға урынында «Lada Largus» менән «Volvo» йөк машианһы бәрелешкән. Дәүләт автоинспекцияһы мәғлүмәттәренә ярашлы, еңел автомбиль ҡаршы һыҙатҡа барып сыҡҡан.
Көслө бәрелештән «Lada» юл ситенә сығып ауған. 54 йәшлек водитель үлемесле йәрәхәттәр алған. Авария сәбәптәрен юл инспекторҙары асыҡлай.



