Башҡортостанда халыҡ-ара мәктәп спорты фестивале уҙғарыла

Уны Өфөлә ойоштороу тураһында Санкт-Петербург Иҡтисад форумы барышында килешелгәйне. Документҡа республика етәксеһе Радий Хәбиров һәм Бөтә Рәсәй мәктәп спорты федерацияһы президенты Ирина Роднина ҡул ҡуйҙы. “Ярыштар Бойондороҡһоҙ дәүләттәр берләшмәһендә йәшәгән балаларҙы берләштереүгә ярҙам итеренә ышанам”, - ти Олимпия чемпионы Ирина Роднина.

Башҡортостанда халыҡ-ара мәктәп спорты фестивале уҙғарыла

“Башҡортостан Рәсәйҙең спорт үҙәгенә әйләнеп килә. Был фестивалде республикала үткәреү ҙур ҡаҙаныш”, - ти  Еңел атлетика буйынса СССР спорт мастеры Фәйзулла Абдрафиҡов.

Башҡортостанда халыҡ-ара мәктәп спорты фестивале уҙғарыла

Халыҡ-ара мәктәп спорты фестивале 14 ноябрҙә башлана һәм 19-ына тиклем дауам итә. Ярышта Бойондороҡһоҙ дәүләттәр берләшмәһенән 13-15 йәшлек балаларҙың, шулай уҡ Рәсәйҙең спорт клубтары йыйылма командаһы ҡатнашыуы көтөлә. Фестивалдә  мини-футбол, волейбол, баскетбол, өҫтәл теннисы, бадминтон, шахмат ярыштары үтә.

Фото №1 - Башҡортостанда халыҡ-ара мәктәп спорты фестивале уҙғарыла
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ