Башҡортостанда хәрби операцияла ҡатнашыусыларға посылка ебәреү берҙәм логистика үҙәге аша башҡарыла

Төргәк тышына хәрбиҙең һәм уға посылка ебәреүсенең исем-фамилияһын, телефонын асыҡ итеп яҙырға кәрәк. Хәрбиҙәргә ойоҡбаш, эске кейем, шәхси гигиена әйберҙәре, олтораҡ, батарейка, һабын, консерваланған ит, балыҡ, ҡуйыртылған һөт, сәй, ҡәһүә, шәкәр кеүек оҙаҡ һаҡланыусы аҙыҡ-түлек ебәрергә була. Берҙәм логистика үҙәгендә йыйылған посылкалар аҙаҡтан адрес буйынса хәрби часкә оҙатыла. Республикала мобилизацияланғандарға аҡсалата ла ярҙам күрһәтергә мөмкин, ти Сауҙа һәм хеҙмәттәр министры Алексей Гусев.

Башҡортостанда хәрби операцияла ҡатнашыусыларға посылка ебәреү берҙәм логистика үҙәге аша башҡарыла

Үҙәк Өфө районы, Зубов ауылы хакимиәте, Аграр урамы 8-се йорт адресы буйынса, йәки “Башсельхозтехника”  келәтендә дүшәмбенән шәмбегә тиклем сәғәт һигеҙҙән бишкә тиклем эшләй.

Фото №1 - Башҡортостанда хәрби операцияла ҡатнашыусыларға посылка ебәреү берҙәм логистика үҙәге аша башҡарыла
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ