Еңеү менән ҡайтырбыҙ. Был турала Башҡортостан хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Азат Бадранов белдерҙе. Бөгөн ул үҙенең 4 иптәше менән бергә махсус хәрби операция биләмәһенә юлға сыҡты. Өфөнөң Совет майҙанында уны республика йәмәғәтселеге һәм Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров оҙатып ҡалды.
Кесаҙна, эш көнө. Өфөнөң Совет майҙанында ғәҙәти булмаған йәнлелек. Башҡортостан йәмәғәтселеге республика хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Азат Бадранов һәм уның 4 иптәшен махсус хәрби операция биләмәһенә оҙата. Хушлашыу ауыр, әммә кәйефтәр күтәренке. Оҙатырға килеүселәр изге теләктәрен еткерә.
Азат Бадранов махсус хәрби операция биләмәһенә үҙ теләге менән юллана. Әлегә тиклем ул хәрби әҙерлек үтте. Рәсәй оборона минисртлығының бойороғо менән уға лейтенант дәрәжәһе бирелгән. Азат Бадранов мотоуҡсылар батальонында хеҙмәт итәсәк.
Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Өфөнөң Совет майҙанынан Башҡортостан ир-егеттәре яуға киткән. Бөгөн был традиция тергеҙелде. Махсус хәрби операция биләмәһенә юлланған Азат Бадранов һәм уның иптәштәрен оҙатырға республика башлығы Радий Хәбиров та килде.
Азат Бадранов һәм уның иптәштәре Совет майҙанынан тура махсус хәрби операция биләмәһенә юлға сыҡты. Сәфәр ике көн самаһы дауам итә. Артабан инде хөкүмәт Премьер-министрының беренсе урынбаҫары коллектив көнбайыштың ҡотҡоһо менән Украинала баш күтәргән неонацизмға ҡаршы көрәштең алғы һыҙығына баҫа.
Рафиҡ Әхмәтшин



