Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, мобилизацияға бәйле, хәрби хеҙмәткә саҡырыу буйынса сираттағы кампания бер айға һуңыраҡ, 1 ноябрҙә башланды. Бөгөн йыйылыу пунктында һикһән кешенән торған тәүге төркөмдөң илдең төрлө хәрби частарына оҙатылыуына бәйле тантаналы митинг уҙғарылды. Күңел ҡушыуы буйынса әрмегә юлланған йәш көстәр менән БЮТ хәбәрсебеһе Гөлназ Хәйбуллина аралашты.
Һәр кемгә йылы кейем һәм әрме сумкаһы. Яңы ғына урта махсус һәм юғары уҡыу йорттарын тамамлаған егеттәр бөгөн күпкә етдиерәк күренә. Хәрби формаларынан уҡ уларҙың ҡайһы ғәскәргә хеҙмәткә саҡырылыуын билдәләргә мөмкин. Ҡырмыҫҡалы районы Шайморатов ауылынан Фидан Кәримовтың күңелендә оло ғорурлыҡ тойғоһо. Десантсы булырға күптән хыялланған.
Егеттәр хәрби форма алғандан һуң, урында уҡ банк картаһы менән тәьмин ителде. Йыйылыу пунктына улар аҙна башында уҡ республиканың төрлө район-ҡалаларынан килгән. Биләмәлә ашхана, буфет эшләй. Хәрби хеҙмәткә саҡырылыусыларға көнөнә өс тапҡыр туҡланыу ойошторолған.
Йыйылыу пунктында хәрби хеҙмәткә саҡырылыусылар, тәү сиратта, термометрия, коронавирусҡа экспресс-тест үтә. Барыһы ла битлектәр, аҙыҡ-түлек, көнкүреш кәрәк-яраҡтары менән тәьмин ителгән.
Көҙгө саҡырылыштың тәүге бөркөттәре. Республика хәрби комиссариатында 80 егетте әрме сафына оҙатыу тантанаһы бара. Бөгөн өфө тимер юлынан Мәскәү өлкәһе һәм Рязань ҡалаһындағы хәрби частарға юлланасаҡ яҡташтарыбыҙ ҡоро ер һәм һауа десант ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итәсәк.
Рәсәй һәм Башҡортостан гимндары яңғырағандан һуң, төбәктең хәрби комиссары Михаил Блажевич менән рәсми ҡунаҡтар егеттәрҙе тыуған ил алдындағы бурысты лайыҡлы үтәргә, ысын ил патриоттары булырға саҡырҙы.
Тигеҙ сафтарға теҙелгән егеттәр әрме мәктәбен үтергә тулыһынса әҙер. Хәрби частарға улар оло теләк менән юлланыуын билдәләй.
Көҙгө саҡырылышта Башҡортостандан Рәсәй Ҡораллы көстәренә дүрт меңдән ашыу егет оҙатыла. Ғәҙәттәгесә был йүнәлештә эш йыл аҙағына тиклем дауам итә.
Гөлназ Хәйбуллина



