Өфөлә ЮНЕСКО-ның аккредитациялау клубы комитетының күсмә ултырышы үтте

Илдең төрлө төбәктәренән йыйылған ЮНЕСКО клубы вәкилдәре комитеттың эшмәкәрлегенә байҡау яһаны, көнүҙәк һорауҙарҙы ҡарап, уларҙы хәл итеү юлдарын эҙләне. Күсмә ултырышты тап Өфөлә ойоштороу осраҡлы түгел. Әлеге ваҡытта донъяла 4 меңдән ашыу ЮНЕСКО клубы эшләп килә, шуларҙың 56-һы Рәсәйҙә, ә 19-ы Башҡортостанда иҫәпләнә.

Йәйгеһен «Янғантау» геопаркы биләмәһендә ЮНЕСКО-ның Ассоциацияланған мәктәптәренең Милли советы үткәйне. Яҡын арала солоҡсолоҡ кәсебен һаҡлау һорауҙарын ҡарау буйынса делегация килеүе көтөлә. Бынан тыш, йыл аҙағына тиклем тиҫтәләгән сара ойоштороу күҙаллана.

Элина Ғатауллина, Башҡортостандың ЮНЕСКО эштәре буйынса комитеты башҡарма директоры

Сарала ҡатнашыусылар ЮНЕСКО клубы кандидаты - «Новошкола» уҡытыу үҙәге менән танышты. Мәктәп директоры Ирина Кейекбаева әйтеүенсә, белем усағы малай-ҡыҙҙарҙы уҡыуға, фәнгә, мәҙәниәткә йәлеп итеү буйынса системалы эш алып бара. Күсмә ултырыш сиктәрендә «Иң яҡшы ЮНЕСКО клубы» конкурсын ойоштороу һорауҙары ла ҡаралды. Бәйге Юнеско клубтары араһында бәйләнеште нығытыуҙы төп маҡсат итеп ҡуя.

Күптән түгел Ханты-Мансы автономиялы округында «Глобаль һорау» уйыны үткәргәйнек. Унда Рәсәй, Әрмәнстан, Белорусиянан 37 команда көс һынашты. Һәр команда шартлы рәүештә министрҙар кабинеты тип билдәләнгәйне. Ҡатнашыусылар үҫеш юлдарын эҙләү буйынса глобаль һорауҙарға яуаптар эҙләне. Бындай ярыштарҙы даими рәүштә үткәреү күҙаллана.

Наталья Ларионова, Рәсәйҙә ЮНЕСКО-ның ассоциацияланған мәктәптәре селтәре башҡарма директоры
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ