Башҡортостанда күсемһеҙ милек объекты сиктәрен билдәләүҙә киткән хаталар төҙәтелә

Башҡортостанда йыл аҙағына тиклем 14 меңдән ашыу күсемһеҙ милек объекты сиктәрен билдәләүҙә киткән хаталар төҙәтеләсәк. Был Рәсәй төбәктәре араһында иң юғары күрһәткес.

Йыл башынан Кадастр палатаһы филиалы реестрҙағы бер меңдән ашыу хатаны төҙәткән. Дәүләт программаһы буйынса координаттарҙы дөрөҫ билдәләү өсөн махсус комплекстар һатып алына. Стереомонитор поляризация методы менән эшләй. Ул ер участкаһы сиктәрен 10 сантимерға тиклем дөрөҫлөк менән билдәләргә мөмкинлек бирә.

Кадастр палатаһында билдәләүҙәренсә, участка сиктәрен билдәләүҙә киткән хаталарҙы төҙәтеү эше ер ресурстарын һөҙөмтәле ҡулланырға, шулай уҡ граждандар ихтыяжынан сығып Росреестр хеҙмәттәрен күрһәтеүҙе еңелләштереүгә йүнәлтелгән.

Реестр хаталары күсемһеҙ милек килешеүҙәрен төҙөгәндә төрлө мәсьәләләр тыуҙырыуы ихтимал. Уларҙы үҙ аллы төҙәтеү өсөн, милекселәр үҙ аҡсаһына кадастр эштәрен башҡарырға мәжбүр, ҡайһы бер осраҡтарҙа судҡа мөрәжәғәт итергә тура килә. Хәҙер иһә, дәүләт программаһы ярҙамы сиктәрендә милекселәрҙән финанс сығымдар талап ителмәй.

Әлиә Йәмилева, Кадастр палатаһының Башҡортостан буйынса филиалы бүлеге етәксеһе
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ