Уны асыуҙа Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты. Төбәк етәксеһе социаль селтәрҙәрҙә яҙыуынса, «Эш кейеме комбинаты» компаниялар төркөмөнә ҡараған «Аркада» берекмәһе үҙенең икенсе цехын төҙөп бөттө.
Ул йылына 10 миллионға тиклем бирсәткә етештерәсәк. Яңы производствоны ойоштороуҙа ҡатнашыусыларҙың барыһына һәм «Алға» командаһына рәхмәт белдерәм тигән Радий Хәбиров. Шулай уҡ махсус иҡтисади биләмәһендә тағы ла бер производсто төҙөлә башланы. Ул дизель яғыулығы өсөн цетан арттырыу присадкаһы етештерәсәк.
Проектҡа инвестиция күләме 9,5 миллиард һум тәшкил итә. Һөҙөмтәлә 2024 йылда илдәге сеймалды файҙаланасаҡ заманса юғары технологиялы компания барлыҡҡа киләсәк. Унда 200 кеше эшләр тип көтөлә. Был продукция Рәсәй һәм Бойондороҡһоҙ дәүләттәр берләшмәһе илдәренең нефть эшкәртеү сәнәғәте предприятиеларына оҙатыласаҡ. «Алға» махсус иҡтисади биләмәһе үҫешә. Һәр яңы резидент - ул алға барыу. Йәнә бер нисә проект ғәмәлгә ашырылыр тип күҙаллана. Яңы асылған һәр предприятие - төбәк иҡтисадын нығытыу, һалымдар һәм халыҡ өсөн яңы эш урындары тип яҙған Башҡортостан башлығы



