Ишембайҙа Ағиҙел йылғаһы ярын төҙөкләндереү эштәре дауам итә. Өс йыл эсендә биләмә танымаҫлыҡ үҙгәргән. Йәйәүлеләр өсөн тротуарҙар һалынған, эскәмйә-урналар ҡуйылған, балалар уйын һәм спорт майҙансыҡтары, арт-объекттар булдырылған, эттәрҙе йөрөтөү өсөн дә айырым участка билдәләнгән. Шулай уҡ проектҡа ярашлы яңыртылған пляж зонаһы менән ҡотҡарыу вышкаһы, пирс та биләмәнең төп үҙенсәлеге.
Ағиҙел йылғаһы буйында ярҙан күҙәтеү майҙансығы ла булдырылған. Яңыртылған биләмә хәҙер инде халыҡтың яратҡан урынына әйләнгән.






