Хәйбулла районы Уфимский ауылында капиталь ремонттан һуң почта бүлексәһе асылды

Биналағы төҙөкләндереү эштәре федераль программа буйынса башҡарылған, мебель, йылытыу системаһы яңыртылған, һыу үткәрелгән. Шулай уҡ мөмкинлектәре сикләнгән граждандар өсөн уңайлы мөхит булдырылған. Пандус ҡуйылған.

Район ҡаҙнаһы иҫәбенә объект алдында асфальт та һалынған. Әйткәндәй, почта бүлексәһенә килеүселәр өсөн хәҙер сәләмәтлек мөйөшө лә эшләй. Теләгән һәр кем ҡан баҫымын, температураһын, кислород кимәлен үҙаллы тикшереп ҡарай ала.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ