Башҡортостан милли музейында Йәмил Әхмәтғәлиевтың тәүге шәхси күргәҙмәһе асылды

Һөнәри байрамға күргәҙмә. Башҡортостан милли музейында рәссам Йәмил Әхмәтғәлиевтың тәүге шәхси күргәҙмәһе асылды. Экспозицияға авторҙың акварель эштәре ҡуйылған.

Акварелдә төшөрөлгән картиналарҙа Башҡортостан хозурлығы. Авторҙың төҫтәр менән эш итеүе, һүрәттә ысынбарлыҡты сағылдырыу оҫталығы иғтибарҙы йәлеп итә.

Рәссам Йәмил Әхмәтғәлиев элекке полиция хеҙмәткәре. Оҙаҡ йылдар дауамында ул юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһының пропаганда бүлегендә эшләгән.

Милли музей стеналарында асылған күргәҙмәлә Йәмил Әхмәтғәлиевтың төрлө йылдарҙа ижад иткән 40-лаған әҫәре урын алған. Уларҙа башлыса сағыу пейзаждар һүрәтләнгән. Башҡортостаныбыҙҙың хозур тәбиғәтен йылдың 4 миҙгелендә лә төшөрөргә яратам,- ти автор.

Акварель оҫтаһының тәүге шәхси күргәҙмәһе киң йәмәғәтселектә ҙур иғтибар уятты. Экспозицияны асыу уңайынан авторҙы тәртип һаҡлау органдарынан элекке коллегалары, хеҙерге һөнәрҙәштәре рәссамдар һәм яҡташтарыс - Борай районы вәкилдәре тәбрикләне.

Рафиҡ Әхмәтшин

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ