Хеҙмәт коллективтары ярыша. Баймаҡ ҡалаһының «Баһадир» физкультура - һауыҡтырыу комплексында ҡаланың белем биреү учреждениелары һәм ойошма-предприятиелары хеҙмәткәрҙәре араһында 25- се комплекслы спартакиада старт алды. Ярыш барышын БЮТ ижади төркөмө лә күҙәтте.
Районда спартакиада йыл һайын ойошторолоп килә. Ләкин һуңғы ике йылда, пандемия сәбәпле,ул туҡтап тора. Быйыл иһә ярыш ҡайтанан хеҙмәт коллективтарын бер майҙанға тупланы. Ярты йыл дауамында спорт һөйөүселәр 8 йүнәлеш буйынса үҙ көстәрен һынаясаҡ. Әле командалар футболда ярыша.
Спорт- сәләмәт йәшәү рәүеше. Район спартакиадаһында ҡатнашыусыларҙың күп булыуы быға дәлил. Мәктәп коллективтары,дауахана,торлаҡ-коммуналь хужалыҡтары һәм башҡа ойошма командалары ҙур теләк менән эштән һуң спорт залына йыйыла.
Бындай ярыштар спортты үҫтереүгә,сәләмәт тормош рәүешен пропагандалауға ғына ҡайтып ҡалмай,ә үҙ ара аралашыу, тәжрибә уртаҡлашыу йәһәтенән дә әһәмиәткә эйә. Киләһе аҙнала баймаҡтар йөҙөү буйынса, унан инде баскетбол уйынында ярышасаҡ.
Альбина Байегетова



