Рәсәй Дәүләт Думаһы икенсе һәм өсөнсө уҡыуҙа Һалым кодексына төҙәтмәләр менән закон ҡабул итте. Мобилизацияланғандар, доброволецтар, контракт буйынса хеҙмәт итеүселәр, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаиләләре НДФЛ түләмәй. Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан доброволецтар хәрби бәрелештәр ветераны статусын ала. Өс тапҡыр Ҡаһарманлыҡ ордены менән бүләкләнеүселәргә өҫтәмә түләүҙәр ҡарала. Ил парламенты ошо турала ҡанун ҡабул итте. Шулай уҡ “Шәхси ҡаһарманлыҡ өсөн” ордены өсөн дә аҡса түләнә. Башҡортостанда яугирҙәрҙең ғаиләләре һәм балаларына 30 төр социаль ярҙам ҡаралған.







