Ҡазанда үткән “Рәсәй һөтө” агросәнәғәт форумында Башҡортостан вице-премьеры – Ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов шулай тип белдерҙе. 5 йылда республика фермаларында һыйыр малы 29 мең башҡа артҡан. “Мал һатып алыусыларға субсидия бирелә. Республикала селекция-тоҡомсолоҡ эшен яҡшыртыуға иғтибар ҙур. Беҙҙә 79 тоҡомсолоҡ ойошмаһы эшләй, уларҙың иллеһе малдарҙың һөтөн арттырыу йүнәлешендә эшләй”, - тине ведомство етәксеһе.




