Геройҙар беҙҙең арала. Өфөлә Мөҡсинов урамының беренсе йортонда махсус операцияла һәләк булған Альберт Аллағолов иҫтәлегенә таҡтаташ асылды. Башҡортостан Башлығы ҡушыуы буйынса илебеҙҙе неонацистарҙан азат итеүҙә һәләк булған яугирға бирелгән Шаймортов ордены батырҙың ғаиләһенә тапшырылды.
Рядовой Альберт Аллағоловтың ғүмере 25 йәшендә генә махсус хәрби операция барышында өҙөлә. Йәшләй генә тол ҡалған тормош иптәше Эльвира Риф ҡыҙы ике балаһы Артур менән Артемға бар булмышын, һөйөүен һала. Улдарының да аталары кеүек ҡурҡыу белмәҫ, илһөйәр булып үҫеүен теләй. Кинйәһенә ни бары өс кенә ай.Ҡыҙғанысҡа күрә, атаһына улын ҡулына алырға насип булмай. Альберттың әсәһе киленә ейәндәрен үҫтерешергә ярҙам итә.
Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов махсус хәрби операция барышында һәләк булған Альберт Аллағоловтың яҡындарының тормош-көнкүреш шарттары менән ҡыҙыҡһынды. Ике бәлиғ булмаған бала тәрбиәләүсе әсәне Хөкүмәт үҙ ҡурсауына аласаҡ, даими ярҙам ҡулы һуҙып торасаҡ, тип белдерҙе.
Альберт Алллағоловтың исемен мәңгеләштереүгә арналған митингтың рәсми өлөшө Рәсәй һәм Республика гимндары менән башланды. Мәрмәр таҡтаташты асыу бурысы уҡыуҙа һәм хәрби әҙерлектә уңыш ҡаҙанған кадеттарға йөкмәтелде.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров исеменән сарала ҡатнашыусыларҙы Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов, тәбрикләне. Ҡаһарман яугирҙың Шайморатов ордены олатаһы Ирек Түрйән улына тапшырылды. Ил азатлығы өсөн һәләк булған Альберт Аллағоловтың батырлығы өлгөһөндә үҫеп килеүсе йәш быуын тәрбиәләнәсәк, тип белдерҙе.
Альберт Аллағолов үҙен үҫмер ваҡытынан хәрби хеҙмәткә әҙерләй. Башта кадет мәктәбендә, һуңынан Өфө яғыулыҡ һәм энергетика колледжыда белем ала. Махсус операцияға ла үҙ теләге менән юллана.
Яуҙа күрһәткән ҡаһарманлығы һәм батырлығы өсөн Рәсәй Президенты указы менән рядовой Альберт Аллағолов вафатынан һуң «Батырлыҡ өсөн» орденына лайыҡ була. Бөгөн хәрбиҙең йорто алдында батырға рәхмәт йөҙөнән миләштәр ҙә башын эйә.
Гүзәл Борханова






