Рәсәй, Белорусия, Ҡырғыҙстан ҡатнашлығындағы халыҡ-ара конференция иҡтисад фәндәре докторы, академик Әнәс Мәхмүтовтың яҡты иҫтәлегенә арналды. Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы Дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһының беренсе ректоры вазифаһында эшләгән ғалим үҙ исемен илгә көслө идарасылар әҙерләүсе булараҡ та яҙып ҡалдыра. Ул әҙерләгән белгестәр остаздарының эшен лайыҡлы дауам итә. Әнәс Мәхмүтов 300-ҙән ашыу ғилми хеҙмәт авторы республика иҡтисад үҫешенә ентекле анализ яһап, яңы үҫеш программаларын индергән шәхес.
Халыҡ-ара конференцияла онлайн һәм офлайн форматтарҙа 200-ҙән ашыу тәжрибәле иҡдисадсы ҡатнашты. Форумда спикерҙар социаль-иҡдисади системалар менән идара итеүҙең заманса ысулдары менән таныштырҙы. Республикаға инвестициялар йәлеп итеү, социаль мәҙәни киңлекте үҫтереү юлдарын барланы.
Башҡорт мөхитен һаҡлау һәм артабан үҫтереү юлдары бөгөн Салауат ҡалаһында Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ойошторған сарала күтәрелде. Тиҫтәнән ашыу район-ҡала вәкилдәрен берләштергән йыйын ижади майҙансыҡ форматында үтте. Йәмғиәттең төрлө тармаҡтарына ҡағылышлы һорауҙар айырым секцияларҙа ҡаралды. Фекер, тәжрибә, киләсәккә маҡсаттар. БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.
Эльвира Ҡаҙыәхмәтова хеҙмәт һәм һынлы сәнғәт уҡытыусыһы. 25 йылдан ашыу хеҙмәт стажына эйә педагогтың Бөтә донъя башҡорттары Ҡоролтайы ойошторған ижади майҙансыҡта уртаҡлашыр үҙ тәжрибәһе бар. Замандашыбыҙ боронғо башҡорт кәсебен пропагандалауҙы, үҫеп килеүсе быуынға еткереүҙе маҡсат итеп ҡуя.
Оҫталыҡ дәрестәре 11 майҙансыҡта үтте. Ул кинематография, әҙәбиәт, мәҙәниәт кеүек йүнәлештәрҙән торҙо. «Урал батыр мәктәбе» тип исемләнгәнендә мәҫәлән, йәш быуында тормош һабаҡтарын өйрәтерҙәй эштәрҙе яйға һалыу мәсьәләләре күтәрелде.
Сараның тап Салауатта үтеүе осраҡлы түгел. Милли герой исемен йөрөткән ҡалала, һуңғы йылдарҙа башҡорт мәҙәниәте күтәрелеш осорон кисерә. Шул кимәлде һаҡлаү, артабан үҫтереү өсөн төплө нигеҙ булдырыу мөһим, тигән фекерҙә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы вәкилдәре
Башҡорт театр һәм кино сәнғәтенең бөгөн әхлаҡи-мәҙәни тәрбиә эштәрен алып барыуҙа роле ҙур.
Салауат ҡалаһында үткән сараға йомғаҡ яһалманы, ә бурыс-маҡсаттар билдәләнде. Төрлө майҙансыҡтарҙа күтәрелгән фекерҙәр бергә тупланып, яҡын киләсәктә айырым проект булып үҫешер тип күҙаллана.
Азат Ғәлиуллин



