Фәнгә ҡыҙыҡһыныу уятыу кесе йәштән башлана

Өфө фән һәм технологиялар университетының «Мега» сауҙа үҙәгендә фотокүргәҙмәһе асылды. Бөтә донъя фән һәм технологиялар көнөнә арналған «Хыялдан - асышҡа» проектында республикаға билдәле ғалимдар балалар менән фотоға төшкән. Күргәҙмәне асыу тантанаһынан БЮТ хәбәрсеһе Рәмилә Исмәғилева.

Петр Хисамов француз телендә иркен һөйләшә. Һәләтле балалар үҙәгенә йөрөүсе малайға күргәҙмә өсөн бөтә ғүмерен сит телдәрҙе уҡытыуға бағышлаған Рәхим Мерәҫев менән фотоға төшөү бәхете тейгән. 25 йыл буйы Башҡорт дәүләт университетының Роман- герман факультеты деканы булып эшләгән Рәхим Зәки улы менән уртаҡ тел тиҙ тапҡандар. Профессор иһә полилингваль йүнәлештә белем биреүҙе ябай миҫалдар менән аңлата.

Һуңғы йылдарҙа йәш ғалимдарға дәүләттән иғтибар бүленә башланы, уларҙы уҡытҡан, тәрбиәләгән быуын тураһында ла оноторға ярамай, тигән фекерҙә, күргәҙмәне ойоштороусылар. Проектты юғары уҡыу йорто хеҙмәткәрҙәре Альбина Байбулатова менән фотограф Зилә Солтанова ойошторған. Балалар шәхси белем биреү үҙәгенән саҡырылған.

Күргәҙмә асыу тантанаһына балаларға интерактив уйындар ойошторолдо. Уйын аша улар төрлө һөнәр үҙенсәлектәренә өйрәнде.

Рәмилә Исмәғилева

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ