Һуҡырҙар өсөн барельеф һәм ботаника күргәҙмәһе асылды

Ҡулдан ҡоролған донъя. Тап ошо исем аҫтында Һуҡырҙар өсөн Мәкәрим Төхвәтшин исемендәге республика махсус китапханаһында барельеф һәм ботаника күргәҙмәһе асылды. Экспозицияла өс авторҙың ҡырҡҡа яҡын картинаһы урын алған. Сараның маҡсаты - мөмкинлектәре сикләнгән кешеләрҙе сәнғәткә яҡынайтыу. Халыҡ-ара һуҡырҙар көнө алдынан ойошторолған күргәҙмә менән БЮТ ижади төркөмө танышты.

Рельефлы картинала - Ғәҙелша шарлауығы. Тыумыштан күреү һәләтенән мәхрүм булған балалар һәм үҫмерҙәр Өфөләге махсус китапханаға килеп, Башҡортостандың иҫтәлекле урындары буйлап сәйәхәткә сыҡты. Ижади эштәрҙә - Мораҙым тарлауығы, мәмерйә, тауҙар, шихандар. Һәр картинаға Брайль шрифты ярҙамында аңлатма бирелгән. Экспозиция менән танышҡанда уҡыусылар үҙҙәренең тәьҫораттары менән уртаҡлашты.

Һуҡырҙар өсөн Мәкәрим Төхвәтшин исемендәге республика махсус китапханаһына ҡуйылған тиҫтәнән ашыу ижади эштең авторы - Өфөнән рәссам-декоратор Эльза Әхтәмова. Рельефлы картиналар коллекцияһы «Башҡортостан ынйылары» тип исемләнгән.

Күргәҙмәлә ҡул эштәре оҫтаһы Гөлнара Нафиҡованың кратиналары ла урын алған. Автор айырым деталдәргә баҫым яһаған. Тәбиғи рельефлы этюдтарҙа саған, миләш япраҡтарын, ылыҫлы ағастарҙың ботаҡтарын, тубырсыҡтарҙы күрергә, иген баҫыуҙарын тотоп ҡарарға мөмкин. Шулай уҡ экспозицияла ландшафт дизайнеры Лилиә Ғәлиуллинаның да ижади эштәре менән танышырға була. Китапхана етәкселеге билдәләүенсә, күргәҙмә тәүге көндән үк халыҡ һөйөүен яулаған.

Күргәҙмәне асыу тантанаһында концерт та ойошторолдо. Күреү һәләтенән мәхрүм булғандар илһөйәрлек менән һуғарылған йырҙарҙы тыңлап сәнғәт донъяһына тағы ла нығыраҡ яҡынайҙы.

Гөлназ Хәйбуллина

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ