Тамашасыға Башҡортостандың үҙенсәлекле урындарын, туристик маршруттарын күрһәтәләр. Премьера бөгөн була. Ул һәр йәкшәмбе 13 сәғәт 15 минутта эфирға сыға. - Беҙҙең республикабыҙ матур. Туристик мөмкинлектәре сикһеҙ, -тине Радий Хәбиров. Проект Республика Башлығы грантына ғәмәлгә ашырыла.







