“Мәктәптә футбол”. Рәсәй футбол берлеге балаларҙы ошо спорт төрөнә йәлеп итеү буйынса махсус проект булдырған. 1 сентябрҙән Бөтә Рәсәй фестиваленә илдең бик күп төбәктәре ҡушылған. Улар араһында Көйөргәҙе районы Яҡшымбәт мәктәбе лә бар. Район хакимиәте вәкиле Данил Акилов һөйләй.
“Мәктәптә футбол” Бөтә Рәсәй проектының 4-се миҙгеле киләһе йылдың майына тиклем дауам итә. Унда илдең һәр мәктәбе һәм балалар баҡсаһы ҡатнаша ала.




