Рәсәй хөкүмәте рәйесе Михаил Мишустин ҡул ҡуйған указға ярашлы, пособие түләү өсөн төбәктәргә 27 миллиард ярым һум йүнәлтелә. Бындай ярҙам йән башына уртаса килеме бер кешегә йәшәү минимумынан аҙыраҡ булған ғаиләләргә күрһәтелә. Пособиелар мохтажлыҡты комплекслы баһалауҙы ҡулланып тәғәйенләнә. 1 марттан һуң эшен юғалтҡан һәм мәшғүллек үҙәктәренә иҫәпкә торған граждандарҙың, шулай уҡ өлөшләтә мобилизация барышында хәрби хеҙмәткә саҡырылған ғаилә ағзаһының килеме иҫәпкә алынмай.







