Өфө районында янғын хәүефһеҙлеген иҫкәртеү буйынса рейдтар үтә

Һауа температураһы ҡапыл түбәнәйеү менән шәхси секторҙа янғын сығыу осраҡтары арта. Ғәҙҙәттән тыш хәлдәргә юл ҡуймау өсөн махсус хеҙмәттәр, ауыл советы биләмәләрендә эшләп килеүсе патруль хеҙмәте ағзалары менән берлектә профилактик саралар уҙғара. Өфө районы Черкассы ауылында ойошторолған рейд барышын БЮТ ижади төркөмө күҙәтте.

Шәхси секторҙа йәшәүселәр шәмбе иртәһендә ишек шаҡыған хәүефһеҙлек һәм профилактика бүлеге инспекторҙарын көтөп алған яҡындары кеүек ҡаршылай. Ҡапҡа ябып, бикләнеп ултырыусыларҙы тап итмәнек. Сөнки халыҡ бындай осрашыуҙарҙың мөһимлеген яҡшы аңлай.

Йорт хужабикәһе тәҡдим һәм иҫкәрмәләрҙе иғтибар менән тыңланы. Рейдта ҡатнашыусылар артабан хужаларҙың мунсаһында янғын хәүефһеҙлеген тикшерҙе, утын яғыла торған мейес алдына ҡүҙ төшмәһен өсөн тимер ҡалай йәйергә кәрәклеге хаҡында киҫәтте.

Белгестәр билдәләүенсә, даими ойошторолған профилактик рейдтар һөҙөмтәле. Һуңғы мәғлүмәттәргә ярашлы, быйыл үткән йылдың ошо осоро менән сағыштырғанда, янғында һәләк булыусылар 43 кешегә кәмерәк. Ябай ғына ҡағиҙәләрҙе һәр ваҡыт иҫтә тотоу һәм уяулыҡ, оло фажиғәләргә юлды бикләй.

Яңғыҙы ғүмер итеүселәр хәүефһеҙлеге лә рейдта ҡатнашыусыларҙың иғтибар үҙәгендә. Был шәхси йортта Эльмира Нәбиуллина күпселек ваҡытта яңғыҙы йәшәй.Бала-сағалары ял көндәре, байрамдарға ғына ҡайта. Яңғыҙ ғүмер итеүсегә үткән йыл ауыл биләмәһе ярҙамы менән бушлай янғын иҫкәртеү приборын урынлаштырғандар.Инспекторҙар аш бүлмәһендәгеһен плитәнән йырағыраҡ ергә урынлаштырырға тәҡдим итте.Эльмира Нәбиуллина өлкән йәштәгеләр, алыпһатарҙар ҡулына эләкмәһен ине, тигән теләген еткерҙе.

Мине. ҡулымда янғын иҫкәртеү ҡорамалы. Уның хаҡы 300 һумдан ашыу. Әммә Өфө районы Черкассы ауыл биләмәһенең ҡайһы бер ауылында йәше һикһәндән ашҡан өлкән быуын вәкилдәре уғрылар тоҙағына эләгеп, был ҡорамалдар өсөн 7000 алып 13000 һумға тиклем аҡса түләүҙәре теркәлгән. Ғәҙәттән тыш хәлдәр идаралығы белгестәре өлкән йәштәгеләргә алыпһатарҙарҙан алданмаҫ өсөн урындағы власть вәкилдәренә мөрәжәғәт итеп янғынды иҫкәртеү приборҙарын урынлаштырырға тәҡдим итә.

Гүзәл Борханова

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ