Башҡортостанда йәштәрҙе грант менән дәртләндереү проекты уңышлы тормошҡа ашырыла

Башҡортостанда йәш йүнселдәрҙе һәм социаль эшҡыуарҙарҙы грант менән дәртләндереү проекты уңышлы тормошҡа ашырыла. Программа сиктәрендә федераль бюджеттан 132 миллион һумға яҡын аҡса йәлеп ителгән. Социаль бизнесты ҡеүәтләндереү күләме буйынса республика илдә беренсе урында.

Йәш йүнселдәр ярты миллион һумға тиклем аҡсаға эйә булып уны эшен үҫтереүгә йүнәлтә ала. Мөмкинлек менән файҙаланып өлгөрөуселәр исемлегендә 22 йәшлек Азамат Ураҙғолов та бар. Тулыраҡ БЮТ хәбәрсеһе Рәзилә Ғиниәтуллина яҙмаһында.

Азамат Ураҙғолов ауыл ерендә тхэквондо буйынса түңәрәк асыу теләге менән күптән янған. Маҡсатҡа ирешеүҙә матди ҡатмарлыҡтар кәртәгә әүерелә. Профессиональ кимәлдә шөғөлләнеү өсөн, йәш спортсыларҙың махсус кейемдә булып, махсус ҡоролмалдар файҙаланыуы шарт. Залдарҙы йыһазландырыу ҙа сығымдар талап итә. Был шарттарҙа йәш тренерға дәүләт ярҙам ҡулы һуҙа.

Бөгөн Азамат Ураҙғолов 5 районда урынлашҡан 11 көнсығыш көрәш сәнғәте клубын етәкләй. Тик ярҙам бөтә сығымдарҙы ла ҡапларлыҡ күләмдә түгел. Егет тағы ла дәүләт проекттарында ҡатнашмаҡсы. Әйткәйндәй, йәш тренер тхэквондо буйынса Рәсәй һәм Европа чемпионы, спорт мастеры. Тәрбиәләнеүселәр ҙә остазы юлында. Улар араһында ил кимәлендәге ярыштарҙа еңеү яулап өлгөргән йәш спортсылар бар.

Грант булдырыу республикала йәш эшҡыуарҙар артыуға булышлыҡ итә, бөгөн улар һаны 393 кеше тәшкил итә. Программала 25 йәшкә тиклем йүнселдәр ҡатнаша ала. Ярҙамға лайыҡлы проекттар конкурс нигеҙендә һайлап алына.

Аҡсаны залдарҙы ҡуртымға алыу һәм ремонтлау, инвентарь һатып алыу, коммуналь хеҙмәттәрҙе түләүгә йүнәлтергә мөмкин.

Башҡортостанда бизнес башланғыстарҙы тормошҡа ашырыу маҡсатында федераль бюджеттан 132 миллион һумға яҡын аҡса йәлеп ителгән. Киләһе йылға төбәктә матди ярҙам күләмен тағы ла 21 процентҡа арттырыу ҡаралған. Һуңғы ике йылда республикала социаль эшҡыуарҙар ике тапҡырға күберәк теркәлгән. Күрһәткес буйынса Башҡортостан Мәскәү өлкәһенән һуң, илдә икенсе урында.

Рәзилә Ғиниәтуллина

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ