Альбина Ҡасимханова кәзә һауа беләме? Ниндәй бөжәк тәмлерәк һәм йыландар араһында йоҡларға яраймы? Башҡорт каникулында ошо һорауҙарға яуап табырға мөмкин. Башҡортостан юлдаш телевидениеһында эфирға сығасаҡ яңы проектта алып барыусылар Альбина Ҡасимханова менән Дмитрий Каретко республиканың киң билдәлелек алмаған мөйөштәрен, иҫтәлекле урындарын асырға тырыша. Хеҙмәттәштәребеҙ үҙ күҙлегенән сығып ҡыҙыҡлы турист маршруттары менән таныштыра.
Башҡалар каникулда булғанда Альбина Ҡасимханова менән Дмитрий Каретко эштән бушамаған. Шулай ҙа эш тигәнең дә ял итеү, дауаланыу, мәҙәни сараларға йөрөүгә генә ҡоролған. Хеҙмәттәштәребеҙ йәй дауамында Башҡорт каникулында булды. Зәңгәр экранға сығасаҡ телепроект шулай атала. Сәләм тапшырыуының билдәле барыусылары үҙҙәрен сәйәхәтсе булараҡ күрһәтә. Улар республиканы бөтөнләй икенсе яҡтан аса.
Тапшырыуҙы төшөрөү мәлендә алып барыусыларға бик күп һынауҙар үтергә лә тура килгән. Мәҫәлән, Дмитрий Каретко бөжәктәр ҙә ашап ҡараған. Йыландар мыжғып торған ерҙә ятып йоҡларға ла тура килгән. Был инде экхотика һәм экстрим яратыусы сәйәхәтселәр маршруты. Ғөмүмән, проекттан һәр кем күңеленә хуш йүнәлеш, ял урыны таба ала. Альбина Ҡасимханова мәҫәлән тулыһынса ауыл тормошона инеп киткән.
Һәм ошо тойғоларҙы алып барыусылар операторҙар ярҙамында тамашасыларға ла еткерергә тырыша. Ә тапшырыу һуңында улар ял итеүгә киткән сығымдары менән дә таныштыра. Сәйәхәт хаҡы менән һеҙ ҙә 13 ноябрҙә көндөҙгө берҙә Башҡортостан юлдаш телевидениеһы каналында таныша алаһығыҙ.
Айнур Кәбиров



