Уҙған навигация миҙгелендә республика йылғаларында пассажирҙар ағымы 4 тапҡырға артҡан

Был турала социаль селтәрҙә Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров хәбәр итә. 2022 йыл миҙгелендә Өфөлә Дуҫлыҡ монументынан тулы ҡеүәтенә ял маршруттары ебәрелгән. 3 ай эсендә Ағиҙел буйлап теплоходта йөрөргә 84 мең пассажир сыҡҡан - был уҙған йылдарға ҡарағанда 4 тапҡырға күберәк.

Майҙа Өфөгә тәүгә дүрт палубалы "Александр Пушкин" теплоходы инде. Миҙгел дауамында республиканың баш ҡалаһы башҡа төбәктәрҙән 2 мең ярым турист менән 12 теплоход ҡабул иткән. Әле республикала йылға инфраструктураһын артабан камиллаштырыу һәм йылға үҙәндәрен тәрәнәйтеү дауам итә.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ