Илһөйәрлек рухында тәрбиәләнеүселәр сафын 7-се класта уҡыусы 17 бала тулыландырҙы.
Тантаналы сарала шайморатовсылар Ватан алдында тоғролоҡ антын биреп, уҡыуҙа һәм һәм спортта алдынғылыҡ бирмәй, тәртиптә өлгө булырға вәғәҙә итте. Шаран районы башлығы үҫмерҙәргә махсус значок тапшырып, төбәктең лайыҡлы граждандары булып үҫеүен теләне. Сара уҡыусыларҙың "Генерал Шайморатов" йырын башҡарыуы менән тамамланды.



