Шишәмбенән шаршамбыға ҡарата төндә термометр бағаналарының 8-13, аяҙайтҡанда 18 градусҡаса түбәнәйеүе көтөлә. Шул уҡ ваҡытта республиканың айырым төбәктәрендә ҡыш әленән үк үҙ хоҡуҡтарына инә. Уҙған тәүлектә Белорет районының айырым участкаларында яуған ҡар ҡатламы ҡалынлығы 30 сантиметрға еткән.
Иң күп яуым-төшөм Ассы, Туҡан һәм Егәҙе ауыл советтары биләмәләрендә теркәлгән. Район хакимиәте башлығы Андрей Иванюта хәбәр итеүенсә, төбәктең юл, коммуналь һәм ашығыс хеҙмәттәре көсәйтелгән режимда эшләй. Тәү сиратта республика әһәмиәтендәге юлдар таҙартыла. Тау һырттарында транспорт хәрәкәте туҡтатылмаған



