Уҙған ял көндәрендә 400-ҙән ашыу участкаға селтәр һуҙылып бөгөн 125 йорт тәбиғи газға тоташтырылды.
Сара 2025 йылға тиклем иҫәпләнгән республика ауылдарын газға тоташтырыу һәм газ менән тәьмин итеү тураһындағы программа сиктәрендә тормошҡа ашырыла. Уның нигеҙендә, зәңгәр яғыулыҡ ингән ауылдарҙың йорт сигенә тиклем бушлай газ торбаһы һуҙыу ҡаралған. Салауат ҡалаһында эштәр ҙә тик бының менән сикләнмәйәсәк. Киләһе йыл төбәктең тағы ла тиҫтәләрсә йортон зәңгәр яғыулыҡҡа тоташтырыу ҡаралған.



