Хәйбулла районы Әбүбәкер ауылы халҡы «Урындағы башланғыстарға ярҙам итеү» программаһында ҡатнашып, зыяратты тәртипкә килтергән. Күмәк көс менән серегән кәртәләр яңыһына алыштырылған. Берҙәмлек һәм изгелек хаҡында киләһе яҙмала.
Үлгәндәрҙең ҡәберен бел, тереләрҙең ҡәҙерен бел тип әйтелә мәҡәлдә. Зыяратты рәткә килтереү, тәртиптә тотоу - изге ғәмәлдәрҙең береһе һанала. Ошо ниәт менән әбүбәкерҙәр «Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү” программаһында ҡатнаша һәм зыяратты төҙөкләндәреү проектын тәҡдим итеп, быйыл ниәттәрен тормошҡа ашырҙы. Сығымдарҙың бер өлөшөн урында йәшәүселәр үҙҙәре ҡаплаған.
Изге эш тормошҡа ашырылғандан һуң, халыҡ ауыл мәҙәниәт йортонда ҡорбан салып, аятҡа йыйыла. Мәжлестә улар борсоған һорауҙары менән район һәм ауыл хакимиәте вәкилдәренә мөрәжәғәт итте. Атап әйткәндә, ауыл мәҙәниәт йортоноң түбәһен ремонтлау, «Айыҡ ауыл» республика бәйгеһендә ҡатнашыу һәм башҡа һорауҙар күтәрелде. Күп йылдар буш торған мәсетте төҙөкләндереү ҙә - ауыл халҡының күптәнге хыялы.
Әбүбәкер ауылында 165 йорт иҫәпләнә, 600-гә яҡын кеше йәшәй. Берҙәм һәм егәрле халыҡ ауылда, районда ойошторолған барлыҡ сараларҙа әүҙем ҡатнаша. Тыуған яғым тип янып йәшәгән кешеләр Кесе Ватанын данлауҙы бурысы һанай.
Рәзилә Ғиниәтуллина



