Башҡортостан халҡы махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар өсөн гуманитар ярҙам ойошторҙо

«Беҙҙең егеттәргә ярҙам» ойошмаһы, Йәмәғәт хәүефһеҙлеге үҙәге белгестәре һәм хәрби ветерандар ассоциацияһы вәкилдәре һалдаттарҙың теләктәрен иҫәпкә алып посылкалар туплаған. Уртаҡ көс менән йыйылған 450 мең һумға йылы кейемдәр, йылытыу ҡоролмаһы, аҙыҡ-түлек һәм гигиена әйберҙәре һатып алынған. Тулыраҡ мәғлүмәт БЮТ хәбәрсеһе Флорида Ким яҙмаһында.

Барыһы ла - һалдаттарға. Йәмәғәтселек һәм ирекмәндәр махсус операцияла ҡатнашыусы яҡташ хәрбиҙәргә гуманитар ярҙам туплаған. Сираттағы ылау көндәрҙең һалҡын тороуон иҫәпкә алып йыйылған. Гуманитар ярҙамда йылытыу ҡоролмалары һәм флис туҡыманан торған йылы кейемдәргә өҫтөнлөк бирелгән.

Александр Доставалов исемендәге батальон һалдаттарына ҡаралған гуманитар ылау «Беҙҙең егеттәргә ярҙам» ойошмаһы тарафынан йыйылған. Был сараға хәрби ветерандар ассоциацияһы вәкилдәре, Йәмәғәт хәүефһеҙлеге үҙәге хеҙмәткәрҙәре лә ҡушылған.

Гуманитар ылау һалдаттарҙың ихтыяжы буйынса йыйылған, шуға ла кәштәләрҙә иң кәрәкле, мөһим әйберҙәр урын алды. Улар битараф булмаған кешеләр тырышлығы менән йыйылған 450 мең һум аҡсаға һатып алынған.

Флорида Ким

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ