Күп функциялы үҙәк Өфө буйынса үҙ хеҙмәттәрен күрһәтә башланы

Хәҙер күсемһеҙ милеккә кадастр иҫәбе, милеккә дәүләт хоҡуғы теркәү, техник паспорт, объекттарға техник план, юридик һәм физик шәхестәрҙе эшҡыуар итеп теркәү кеүек хеҙмәттәргә документтарҙы үҙәккә бармай ғына өйҙән, йә эш урынынан әҙерләтергә мөмкин. Бының өсөн тәүҙә үҙәктең сайтында онлайн ғариза тултырып, түләү индерергә кәрәк.

Хеҙмәттәрҙең хаҡы яҡынса бер меңдән ике мең һумға тиклем тора. Льготалы граждандар категорияһы - инвалидтар, Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына ул бушлай күрһәтелә.

Үҙәк белгесе тәүгеләрҙән булып баш ҡалала йәшәүсе эшҡыуарға килде. Шәхси мәктәп директорына һатып алған фатиры өсөн документтар тултырылды.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ