Республика балалар клиник дауаханаһында сираттағы үҙенсәлекле әмәлиәт

Травматолог-ортопедтар бригадаһы был юлы «гәлсәр» балаға операция эшләне. Ҡыҙҙың генетик үҙенсәлектәренә бәйле һөйәктәре тиҙ һыныусан булыуға ҡарамаҫтан, әмәлиәт уңышлы башҡарылған. Бөгөн бәләкәй пациент дөйөм палатаға күсерелгән. БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.

Әмәлиәт блогындағы тынлыҡ ҡолаҡты яра. Табиптар ювелирҙарса оҫталыҡ талап иткән әмәлиәт менән мәшғүл. Операция өҫтәлендәге ҡыҙға ни бары биш йәш. Табиптар алдында һөйәктәре тиҫтәләрсә урындан һынған баланы аяҡҡа баҫтырыу бурысы тора.

«Гәлсәр» балалар тип, генетик яҡтан тайпылыш кисергән, һөйәктәре тиҙ һыныусан сабыйҙарҙы атайҙар. Уларҙың күбеһе атлай ҙа алмай. Коллаген етешмәү һөҙөмтәһендә һөйәк туҡымаһы дөрөҫ

Операцияның ыңғай эҙемтәләре фотоларҙа асыҡ күренә. Һүрәттәрҙең тәүгеһе әмәлиәткә тиклем, икенсеһе һуңынан төшөрөлгән. Табиптар, бала үҫкән һайын һөйәктәрҙәге титан да бергә үҫешә һәм ул пациентҡа йәшәргә ҡамаусауламаясаҡ, тигән фекерҙә. Әмәлиәт үткәргән ҡыҙҙың баланың хәле яҡшы тип баһаланв, бөгөн ул дөйөм палатаға күсерелгән.

Азат Ғәлиуллин

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ