Өфөлә Донецк дәүләт опера һәм балет академия театрының ике көнлөк гастролдәре үтте

Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры сәхнәһендә ижади коллектив «Мең дә бер кисә», «Пьер Гунт» балеттары менән сығыш яһаны. Донбасс өсөн барған һуғыш ваҡытында ҡуйылған «Бәләкәс һәм Карлсон» балет-феереяһын Өфө тамашасыһы йылы ҡабул итте.

Анатолий Соловьяненко исемендәге Донецк академия опера һәм балет театры сығышы «Ҙур гастролдәр» Бөтә Рәсәй проектының төбәк-ара программаһы сиктәрендә ойошторолдо.

Иң мөһиме беҙ кескәй баланың өмөт-хыялдарын һүндермәүҙе маҡсат итеп ҡуйҙыҡ.Әйтәйек, «Бәләкәс һәм Карлсонда» малай балет дәресе барған сәхнәгә осоп килеп инә. Был мәлдә залда тынлыҡ урынлаша. Тимәк, беҙҙең дәрестәргә лә балалар киләсәк, сәнғәткә тартылыусы быуын үҫәсәк. Улар музыканы ла тәрән аңлаясаҡ.

Вадим Писарев, Донецк дәүләт опера һәм балет академия театрының художество етәксеһе
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ